Новости
10 Ғинуар 2018, 06:08

Оператив кәңәшмәнән

2018 йылдың тәүге эш көнөндә, 9 ғинуарҙа, район хакимиәтендә оператив кәңәшмә булды. Уны район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров алып барҙы.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районының полиция участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы И.Н.Хәмиҙуллин райондағы оператив хәл - торош тураһында һөйләне. 2017 йылдың 25 декабренән ағымдағы йылдың 8 ғинуарына тиклемге осорҙа дежур часҡа төрлө фажиғәләр һәм енәйәттәр тураһында 109, шул иҫәптән, үлтереү менән янау, ҡурҡытып аҡса алыу тураһында берәр, документһыҙ алкоголь продукцияһын ташыу - ике, кешене йәрәхәтләндереү, урлашыу тураһында өсәр хәбәр булған. Иҫерек килеш транспорт сараһына идара иткән ике водитель ҡулға алынған һ.б. ЮХХДИ линияһы буйынса 163600 һум суммаға штраф түләтелгән. Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Ф.В.Исмәғилев. А.Ә.Суфьянова, В.Ғ.Шәрипова йыйылыусыларҙы үҙ тармаҡтары буйынса йыл йомғаҡтары менән таныштырҙы, ағымдағы йылда башҡараһы эштәр тураһында һөйләне. Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров уларҙы тыңлаған ваҡытта үҙ тәҡдимдәрен бирҙе - балаларҙы мәктәп автобустарында йөрөтөүҙе айырыуса контролгә алырға, уларҙың хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итергә, ә юл хеҙмәтенә - ауылдар араһындағы юлдарҙы ваҡытында таҙартырға һ.б. Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас