Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашты һәм рейтингҡа эйә булды. Һуңғараҡ «Азия MIX» (Ҡырғыҙстан) Юғары КВН лигаһы чемпиондары Өфө йәштәрен Ала-Тоо лигаһының «Йәйге кубогы»на саҡырҙы.
«БашДрайв» командаһында Башҡорт лигаһының ғәмәлдәге уйынсылары ҡатнаша, улар Башҡортостан Республикаһының Юғары лигаһы финалында сығыш яһаны, Сочиға тәүгә бара. Был команда шулай уҡ Ҡаҙағстандағы фестивалдәрҙә уйнаны», — тип һөйләнеләр ведомствола.
Халыҡ-ара КВН лигаһы йыл һайын Рәсәйҙең Олимпиада баш ҡалаһында үтә. 2018 йылда ул 4-17 ғинуарҙа уҙа. Был фестивалдә һәр команданың Юғары лигаға инеү һәм уйындың төп сәхнәһендә сығыш яһау мөмкинлеге бар. "Башинформ".