Әлеге ваҡытта эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр һаны 3,8 мең самаһы кешегә етә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтенән.
Эшенән бушатылған хеҙмәткәрҙәрҙең 4,8 меңе эшкә урынлаштырылған. Уларҙың ике меңдән ашыуы үҙ ойошмаһында эш тапҡан. Ҡыҫҡартыуға эләккән 650 кеше Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. "Башинформ".