Новости
10 Января 2018, 05:10

Автоинспекторҙар Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан юлдарында авария хәленә анализ яһаны

Республика автоинспекцияһында Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан юлдарында авария хәленә анализ яһаны.

31 декабрҙән 8 ғинуарға ҡәҙәр 53 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 2017 йылдың беренсе декадаһында — 111. Дүрт кеше һәләк булған, уҙған йылда 20 кеше. 70 кеше йәрәхәт алған, былтыр ундайҙар 173 иҫәпләнгән.
«Йыл күпкә яҡшыраҡ башланды. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡарата ихтирам бик күп кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итте», — тип билдәләнеләр Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығында."Башинформ".
Читайте нас