Новости
9 Ғинуар 2018, 06:31

Яңы йылға көтөп алынған бүләк

Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ һатып алыу ауыр мәсьәлә булып тора. Ә шул тиклем үҙеңдең уңайлы ғаилә усағын булдырғы килә. Был проблеманы хәл итеү өсөн беҙҙең районда БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының «Башҡортостан Республикаһында төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү» дәүләт программаһы даирәһендә бала (балалар) тыуғанда (уллыҡҡаҡыҙлыҡҡа алғанда) йәш ғаиләләргә социаль түләүҙәр биреү программаһы тормошҡа ашырыла.

Районда биш йәш ғаилә сираттағы социаль түләү алды

Был социаль түләү һатып алынған йәки төҙөлгән торлаҡ бинаның түләнмәгән хаҡын ҡаплау өсөн республика бюджеты саралары иҫәбенән бирелә. Ул шулай уҡ торлаҡ йәки төҙөлгән торлаҡ һатып алыуға йәки уны төҙөү өсөн кредит (ипотека) килешеүе буйынса бурыстың төп суммаһын һәм процентын түләү өсөн файҙаланыла ала. Ошо программа буйынса былтыр октябрь айында ике ғаилә 125811,20 һум дөйөм суммаға социаль түләү алды. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә өс ғаиләнең 637 464,23 һум дөйөм суммаға көтөп алынған сертификаттар алыу - Яңы йылға яҡшы бүләк булды. Уларҙы йәш ғаиләләргә район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин тапшырҙы. Һуңғы ваҡытта дәүләт демографияға күберәк иғтибар бирә һәм федераль, шулай уҡ республика кимәлендә лә йәш ғаиләләргә төрлө ярҙам саралары күрһәтелә, тип билдәләне ул. Ильяс Ғаяз улы йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, һәр ғаиләгә иң изге теләктәрен белдерҙе. Социаль түләүҙәрҙе алыуға ғаризалар 2016 йылдың 31 декабренә тиклем ҡабул ителде. Бөгөнгө көндә дәүләт ярҙамын алыуға исемлектә тағы алты йәш ғаилә тора.Лиана ЙӘРМИЕВА. Фото район хакимиәте тарафынан бирелде.


Читайте нас