Новости
9 Ғинуар 2018, 12:41

Владимир Путин һайлау алды кампанияһына үҙенең һайлау фондынан 2 процент аҡса тотонған

Рәсәй Президенты Владимир Путин 5 ғинуарға һайлау алды кампанияһына 13,4 миллион һум — үҙенең һайлау фондынан 2 процент аҡса тотонған.

Кандидаттар сығымдарының сикке суммаһы — 400 миллион һум. Фондтар кандидаттың шәхси аҡсаһы (сығымдарҙың сикке суммаһынан 10 проценттан артығыраҡ булмаҫҡа тейеш), уны тәҡдим иткән партияның кандидатҡа бүлгән аҡсаһы (50 проценттан) һәм граждандарҙың, юридик берәмектәрҙең ирекле иғәнәләре (1,5 һәм 7 процент) иҫәбенә ойошторолорға мөмкин.
13 кандидат һайлау иҫәптәрен асҡан. Һайлау кампанияһы 2017 йылдың 18 декабрендә башланды, һайлау 2018 йылдың 18 мартына билдәләнгән. "Башинформ".
Читайте нас