Новости
9 Ғинуар 2018, 06:22

Төбәктә эшһеҙҙәр кәмегән

2017 йылдың башы менән сағыштырғанда Башҡортостанда эшһеҙҙәр кәмегән, тип мәғлүмәт бирә мәшғүллек хеҙмәте.Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 20,8 мең самаһы рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнә. Бер йыл элек улар 23,6 мең кеше булған.

Төбәктә теркәлгән эшһеҙлек кимәле был ваҡыт эсендә шулай уҡ түбәнәйгән – 1,17-нән 1 процентҡа тиклем.
Башҡортостанда эш биреүселәр рәсми тәҡдим иткән вакансиялар һаны, киреһенсә, артҡан – 32,4 меңдән 42,2 мең эш урынына саҡлы."Башинформ".
Читайте нас