Был тимер юл һәм автомобиль юлдары эргәһендә янғынға ҡаршы режимды һаҡлау сиктәрендә эшләнде. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
«Юл буйында һәм уның һаҡ зонаһында, шулай уҡ тимер юл участкаларында һәм автомобиль юлдарында тимер юл составы һәм автомобиль хәрәкәт иткәндә ҡыҙыу шлак, күмер һәм көл, шулай уҡ янған төпсөк һәм шырпы ташлау рөхсәт ителмәй», – тиелгән документта.
Шулай уҡ ҡарар иген культураларын йыйыу һәм мал аҙығын әҙерләү барышында комбайнсыларға һәм тракторсыларға махсус бүленгән урындарҙан ситтә тәмәке тартыуҙы тыя. Автомобиль һәм тимер юлдары янында урынлашҡан ер участкалары хужаларына ҡоро үлән яндырыу һәм усаҡ тоҡандырыу тыйыла."Башинформ".