Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ҡарар проектын әҙерләгән, унда түләүҙәр системаһын страховка килешеүҙәрен төҙөү буйынса әүҙемлек менән бәйләргә тәҡдим иткән. Атап әйткәндә, страховкаланған субъекттар – зыянды тулы күләмдә ҡайтарыуға (страховка түләүе һәм бюджет ярҙамы), ә уны төҙөмәгәндәр бюджеттан тик яртыһын (50 процент) ҡайтарыуға ғына иҫәп тота ала.
Әлегә документ Хөкүмәттә ҡабул ителмәгән. Аграр баҙарҙа эшләүсе страховкалаусыларҙың иғәнәләре 2017 йылда – 57 процентҡа 32 миллиар һумғаса, ә дәүләт ярҙамы менән страховкалау өлкәһендә 68 процентҡа 2 миллиард һумға саҡлы кәмегән, тип хәбәр итә «Крестьянские ведомости» баҫмаһы Милли агростраховкалаусылар союзы мәғлүмәттәренә һылтанып."Башинформ".