Йыл башына үҫеш темпы 104,3 процент тәшкил иткән. Уҙған йылдың 1 ғинуарына республика халҡы банктағы иҫәптә 337 миллиард һум һаҡлаған.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә халыҡтың кредит ойошмаларындағы вкладтары декабрь башына 25 092,6 миллиард булған.
Әле Башҡортостанда 62 кредит ойошмаһы эшләй. Был — 1037 банк бүлексәһе. Банк бүлексәләре иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында — икенсе, Рәсәйҙә иһә алтынсы урында килә. "Башинформ".