Новости
8 Января 2018, 06:32

Үәт, ҡыҙыҡ!

ЗАГС-та бер парҙың айырылыу эше ҡарала. Ирҙән бының сәбәптәрен һорайҙар. – Ҡатыным мыжыҡ кеше булып сыҡты. Кешеләр рәхәтләнеп Май байрамын билдәләгәндә ул: "Шыршыны сығарып ташла", – тип йәнде ашаны. * * * Бары тик Яңы йылда ғына иң ҡыҫҡа көн. Уянып та етмәйһең, ҡараңғы төшә.

Бер малай:

– Ҡыш бабай, миңә Яңы йылға ҙур, ҡыҙыл төҫтәге янғын һүндереү машинаһы бүләк итһәң ине, – тип һораған.

– Хәҙер, – тигән Ҡыш бабай һәм фатирға ут төрткән.


* * *

31 декабрь.

Оптимист:

– Быйыл йыл иҫкеһенә ҡарағанда яҡшыраҡ буласаҡ.

Пессимист:

– Яңы йыл иҫкеһенә ҡарағанда насар килер инде.

Реалист:

– О, бүккәнсе эскәнмен.

* * *

– Мин үҙемдең кәләшемә Яңы йыл бүләген шыршы аҫтына һалдым.

– Шунан?

– Бүләген әле һаман да тапмаған. Тайга ҙур бит.


* * *

Яңы йыл алдынан хаҡтар.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу – 100 доллар.

Ҡыш бабайһыҙ Ҡарһылыу – 200 доллар.


* * *

– Атай, ниңә һин кәнфиттәрҙе шыршының иң өҫтөнә элдең?

– Һин Яңы йыл еткәнсе ашап бөтмәһен тигәйнем.

– Миңә серпантин ашарғамы инде? "Йәшлек".
Читайте нас