Ейәнсура районы егете Зәйнетдин үҙенең этно-шоу проекты менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә меңдәрҙең күңелен яуланы. Башҡорт милли музыка сәнғәтен ул яңы баҫҡысҡа күтәрергә ынтыла, билдәле йырҙар, көйҙәргә заманса аранжировка яһап, тамашасыға тәҡдим итеү ҙә бит - үҙе бер батырлыҡ.
Зәйнетдин дүрт йәшенән алып ҙур сәхнәлә. Республика тамашасыһының күңелен ул башта бейеү һәм ҡурайҙа уйнау оҫталығы менән арбай. Сәнғәт донъяһына иһә атаһы ылыҡтырған. Йәш артист бөгөн дә үҙенең сығыштарын акробатик алымдар менән байытып, төрлө яҡлап үҫешә.
Йәш таланттың тынғыһыҙ ижади эшмәкәрлегенә хайран ҡалырлыҡ. Бигерәк тә уҙған йыл уның өсөн уңышлы була. Зәйнетдин үҙенең этно-шоу проектын ойоштороп, сит ил сәхнәләрен дә яулай башланы. Рәсәй буйлап ҡына ла йөҙҙән ашыу концерт, фестивалдәрҙә сығыш яһаған.
Талантлы музыкант 2018 йылға ла ҙур маҡсаттар ҡуйған. Март айында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уның тәүге яңғыҙ концерты үтә. Зәйнетдин төрлө милләт халыҡтарының музыка ҡоралдарында уйнап күрһәтеп, тамашасыларҙы Ер шарының бай сәнғәт донъяһы менән таныштырырға әҙерләнә.
Зәйнетдин әлегә яңы көйҙәр яҙыу, аранжировкалар яһау менән мәшғүл. Сираттағы концертында ул «Урал батыр» эпосынан өҙөктө өзләп башҡарырға йыйына, бынан тыш, думбырала уйнап, йәштәрҙе бейетергә иҫәбе бар. Шулай уҡ киләсәктә талантлы йәш артист милли стилдә тегелгән кейемдәрҙе лә ир-егеттәр араһында популярлаштырырға теләй. "БСТ".