Пенсия һәм башҡа түләүҙәр тапшырыу көнө пенсионерҙарҙың декабрь пенсияһы квитанцияларында билдәләнгән. 9 ғинуарҙа пенсиялар билдәләнгән график буйынса таратыла.
Кредит ойошмалары пенсияларҙы килешеү менән билдәләнгән ваҡытта тарата.
Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһе 1,175 миллион пенсионерға аҡса түләй. Уларҙың 40 проценттан ашыуы пенсияһын – почта бүлексәләрендә, ҡалғандары банктарҙа ала. "Башинформ".