Ведомство бәхетһеҙ осраҡ йәки енәйәтсе ҡорбаны булмаҫ өсөн спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш итә.
«Мөлкәтте һаҡлауҙы ла оноторға ярамай. Ял көндәрендә сәйәхәткә юлланыусыларға Эске эштәр министрлығы торлаҡты сигнал ҡорамалдары менән йыһазландырырға тәҡдим итә. Күршеләрегеҙҙән йәки таныштарығыҙҙан ишектең, йоҙаҡтың бөтөнлөгөн ваҡыты-ваҡыты менән тикшереп тороуҙарын һорағыҙ. Әйберҙәрегеҙҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға тәртип һаҡсылары.
Ата-әсәләр балаларын, шул иҫәптән халыҡ күп йөрөгән урындарҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа тейеш. Бәлиғ булмағандарға урамда хәүефһеҙ йөрөүҙең төп ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү зарур.
Граждандар хоҡуҡ боҙоу осраҡтары, ҡылынған енәйәттәр тураһында полиция бүлектәренә йәки 02, 102 телефондары буйынса хәбәр итә ала. "Башинформ".