Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2017, 11:18

Һайлау-2018

Рәсәй Федерацияһы президентлығына теркәлгән кандидаттар, кандидаттарҙы күрһәткән сәйәси партиялар иғтибарына!

2003 йылдың 10 ғинуарындағы «Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында»ғы 19-ФЗ һанлы Федераль закондың 53 статьяһына ярашлы, «Стәрлебаш шишмәләре» гәзите редакцияһы 2018 йылдың 17 февраленән 2018 йылдың 16 мартына тиклем осорҙа һайлау алды агитация материалдарын баҫтырыу өсөн түләүле майҙан бүлеү тураһында хәбәр итә. Аҙна һайын түләүле баҫма майҙандың дөйөм күләме аҙналыҡ майҙандың 5 процентын, йәки дүрт аҙнала 2,2 бит (1944 кв.см) тәшкил итәсәк. Баҫма майҙан йәрәбә һөҙөмтәләре буйынса бирелә. Түләүле баҫма майҙандың хаҡы 1 кв.см өсөн 500 һум 00 тин (НДС менән) тәшкил итә. Ул һайлау фондының махсус иҫәбенән түләнелә. Материалдар гәзиттә сығыуға ике көндән дә һуңламайынса 100% алдан түләү нигеҙендә баҫыла. Улар гәзит сыҡҡанға тиклем кәмендә биш көн алдан тапшырылырға тейеш. Редакция адресы: 453180, Башҡортостан Республикаһы, Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 102, e-mail: [email protected]. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (34739) 2-23-56, 2-23-53.
Читайте нас: