Новости
28 Декабрь 2017, 14:52

Синоптиктар Яңы йылға һауа торошон хәбәр итте

Башгидрометүҙәк синоптиктары Яңы йылға һауа торошо тураһында хәбәр итте. Алдағы көндәрҙә атмосфера баҫымы күтәрелә, республика биләмәһенә Себер антициклоны тарала.

30, 31 декабрҙә көндәрҙең аяҙлы-болотло булыуы, ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә -4,-9, урыны менән 14 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -2,-7 градус.
Яңы йыл төнөндә республикала уңайлы һауа шарттары күҙаллана – һауа температураһы -6,-11, урыны менән 16 градусҡа тиклем һалҡын.
2018 йылдың тәүге көнөндә көндөҙ -3,-8 градус, Башҡортостандың айырым райондарында бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.
Өфөлә 1 ғинуарҙа төндә -6, -8, көндөҙ -3, -5 градус булыуы күҙаллана."Башинформ".
Читайте нас