Ньюкасл ауырыуы арҡаһында тереләй ҡош-ҡорт, йомортҡа, ҡош ите һәм йылы эшкәртеү үтмәгән бөтә ҡошсолоҡ продукцияһын индереү рөхсәт ителмәй. Шулай уҡ ҡош-ҡорт өсөн мал аҙығы һәм ҡатышмалар индерергә ярамай. Блутанг (зәңгәр тел) ауырыуы сәбәпле Рәсәй Федерацияһына эре һәм ваҡ мөгөҙлө мал, һарыҡ, дөйә, ҡырағай һәм цирк хайуандарын индереү тыйыла, тип хәбәр итә РБК. "Башинформ"