Улар — Көнсығыш сығыу юлы, Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск юлы, Нефтекаманы төньяҡ-көнсығыштан урау юлы, М-7 юлы, Европа — Көнбайыш Ҡытай халыҡ-ара транспорт маршруты составында Баулы — Күмертау юлы, Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү кеүек ҙур проекттар.
Хөкүмәттә асыҡлауҙарынса, учреждениены ойошторғанда Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының ыңғай тәжрибәһе иғтибарға алынған. Башҡортостан дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү кимәле буйынса төбәктәр рейтингында етенсе урынды биләй. Республика илдә ошондай учреждение асылған өсөнсө төбәк булды. "Башинформ".