Новости
28 Декабрь 2017, 14:52

Башҡортостанда торлаҡтың баҙар хаҡы аталды

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, «Бөтә фатир өлгөләре» категорияһында беренсел баҙарҙа дөйөм торлаҡ майҙанының уртаса бер квадрат метры 51,9 мең һумға тиерлек етә, икенсел баҙарҙа — 48,8 мең һум.

Төбәктә беренсел торлаҡ баҙарында уртаса сифаттағы фатирҙарҙың бер «квадраты» 48,2 мең һумға баһалана, яҡшыртылған сифаттағы фатирҙар – 56,9 мең һумға яҡын.
Икенсел торлаҡ баҙарында типлаштырылған фатирҙарҙың бер квадрат метры уртаса 48 мең һум тора. Яҡшыртылған сифаттағы фатирҙар ҡиммәтерәк тора – бер «квадраты» 51,2 мең һумдан юғары. Түбән сифаттағы фатирҙар осһоҙораҡ – квадрат метры 43,7 мең һум. "Башинформ".
Читайте нас