«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, йылдың һуңғы аҙнаһында илдә көндәрҙең аномаль йылы тороуы һәм норманан 8-10 градусҡа юғары булыуы күҙаллана. Быға илдең Европа өлөшөнә — Урта диңгеҙ төбәктәренән һәм Төркиәнән, Себергә көньяҡ Азия төбәктәренән йылы һауаның килеүе сәбәпсе булды.