Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
28 Декабрь 2017, 06:15
Баш ҡала Яңы 2018 йылды ҡаршы алырға әҙер
Яңы 2018 йыл алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһы һиҙелерлек үҙгәрҙе. Ленин исемендәге майҙанда 20-гә яҡын төрлө яҡтыртыу программалары ҡуйылған. Барлыҡ боҙ скульптуралары һәм яҡынлашып килгән байрамдың төп биҙәге – шыршы төрлө төҫтәге уттар менән балҡый.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
мәғлүмәте
буйынса, бында гирлянданың дөйөм оҙонлоғо мең метрҙан ашҡан.
Төп майҙансыҡтарҙан тыш, йорт ихаталарында һәм ҙур сауҙа үҙәктәре алдында боҙ ҡаласыҡтары һәм күркәм шыршылар ҡуйылған. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары «Ватан» паркында урынлашҡан үҙәк тирмәгә Ҡыш бабайға ҡунаҡҡа инеп сыға ала.
Боҙ ҡаласыҡтары өсөн төп төҙөлөш материалы Ағиҙел йылғаһынан һәм Ҡашҡаҙан күленән, Дим карьерынан алынған. Дөйөм алғанда, 300 тоннанан ашыу боҙ кәрәк булған.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"