«Томан ваҡытында автомобилдә хәрәкәт итеүҙең төп критерийҙары: әлеге шарттар өсөн оптималь тиҙлек, иғтибарлылыҡ һәм һаҡлыҡ. Күп кенә водителдәрҙең ошондай хәлдә ҡалғаны бар: ҡуйы томандан капотты ла күрерлек түгел. Бындай саҡта бер аҙ көтөргә кәрәк. Сөнки кюветҡа осҡансы, бер нисә сәғәт көтөп ултырыу яҡшыраҡ», — тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. "Башинформ".