Белгестәр фекеренсә, төбәк иҡтисады күп тармаҡлы структура менән характерлана, юғары диверсификация кимәленә һәм тотороҡло һалым базаһына эйә. Юғары кимәлдә инвестиция йәлеп итеүсәнлеге һәм капитал сығымдары рейтинг баһаһына ыңғай йоғонто яһай.
Бюджетты юғары башҡарыу һәм ликвидлыҡ күрһәткестәре, шулай уҡ түбән бурыс кимәле республиканың кредит биреү һәләтлеген билдәләүсе төп факторҙар булып тора.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙән 13 өлкә һәм республика, шул иҫәптән ике ҡала (Новосибирск һһәм Дондағы Ростов) «Эксперт РА» агентлығы биргән кредит биреү һәләтлеге рейтингына эйә. "Башинформ".