Новости
27 Декабрь 2017, 06:53

«Башкиравтодор» йәмғиәте 19 ҡар таҙартыу машинаһы һатып алған

«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте 19 ДМК-80 машинаһы алған. Ҡышҡыһын улар ҡар таҙартыу техникаһы булараҡ файҙаланыласаҡ. Республиканың Транспорт буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, предприятие республика ҡаҙнаһынан бүленгән 200 миллион һумға машиналар һатып алған. Улар газ-мотор яғыулығында эшләй. Машина кузовы «НефАЗ» заводында етештерелгән.

«Башкиравтодор» — автомобиль юлдары төҙөү, ремонтлау, ҡарау буйынса республикалағы иң ҙур предприятие, 57 филиалы бар, 24,5 мең саҡрым оҙонлоҡтағы юлды хеҙмәтләндерә. "Башинформ".
Читайте нас