Новости
25 Декабря 2017, 09:28

Капиталь ремонт өсөн ирекле түләмәһәң, бурыстар суд аша түләтеләсәк

2012 йылдың 25 декабрендәге 271-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, күп фатирлы йортта дөйөм милекте капиталь ремонтлауға ай һайын взностар түләү - күп фатирлы йортта бина эйәләренең бурысы булып тора.

Күп фатирлы йортта дөйөм милекте капиталь ремонтлау өсөн ошо адреста фактик йәшәүгә ҡарамаҫтан, милек эйәләре түләргә тейеш. Капиталь ремонтлау өсөн түләмәгәндәр иһә хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Вайымһыҙ милекселәрҙән взностар буйынса бурыстар суд аша түләтеләсәк. Һәм был эш алып барыла ла инде. Суд тарафынан дәғүә ғаризалары буйынса ҡарарҙар Төбәк операторы файҙаһына ҡабул ителәсәк. Өҫтәүенә, бурыслыларҙан бурыс суммаһы ғына түгел, иҫәпләнгән пеня һәм суд сығымдары түләтеләсәк. Ошоға бәйле, күп фатирлы йортта дөйөм милекте капиталь ремонтлауға бурыстары булғандарҙың уны түләүҙәрен һорайбыҙ.

Ильяс ИБӘТУЛЛИН, район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.
Читайте нас