Ғаиләләр балаһына йәш ярым тулғансы аҡса ала. Шул уҡ ваҡытта граждандың беренсе ғаризаһы буйынса түләү бер йылға билдәләнә, ә уны оҙайтыу өсөн йәнә ғариза яҙырға кәрәк.
Ул бер кешенең килеме төбәктә эшкә һәләтле халыҡтың 1,5 тапҡыр йәшәү минимумы кимәленән артмаған ғаиләләргә түләнә.
Пособие суммаһы төбәктә уҙған йылдың икенсе кварталында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы кимәленә тиң була.
Икенсе бала тыуыу йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу менән бәйле түләүҙәр әсәлек капиталы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Бынан алда хеҙмәт министры Максим Топилин Рәсәйҙә беренсе йәки икенсе бала өсөн уртаса айлыҡ түләү күләмен атаны. Ул 10,5 мең һумға тиң. "Башинформ".