Ҡышҡы көн — бер тотам
Иртәгә, 22 декабрҙә республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан, талғын. Һауа температураһының республикала төндә -8,-13, көньяҡ-көнсығышта -18,-23 градус һалҡын, көндөҙ -5,-10, көньяҡ-көнсығышта -15 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, Өфөлә төндә -8,-10, көндөҙ -5,-7 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә ҡар яуыуы көтөлә.