Новости
21 Декабрь 2017, 09:33

Төбәктә халыҡтың йән башына уртаса килеме аталды

Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталында республикала йән башына уртаса килем 29 750 һумға еткән. Республикала реаль килем иһә уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 94,6 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

2017 йылдың туғыҙ айында төбәктә йән башына уртаса килем 26 379 һумға еткән, октбярҙә — яҡынса 31 038 һум. 2016 йылдың ошо осорона ҡарата реаль килем — 97,3 һәм 97,1 процент.
2017 йылдың I кварталында Башҡортостанда йән башына уртаса килем айына — 24 422 һум, икенсе кварталында 24 965 һум булған.
Читайте нас