Указға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса табыш балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған күп балалы ғаиләләр өсөн 2018 йылда өсөнсө йәки унан һуңғы тыуған һәр балаға өс йәше тулғансы ай һайын 8993 һум күләмендә аҡса түләнә.
Башҡортостан Хөкүмәтенә айлыҡ аҡсалата түләүҙең шарттарын һәм тәртибен билдәләргә ҡушылды.
Уны биреү тураһында мәғлүмәт Социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында урынлаштырыласаҡ. "Башинформ".