Шулай уҡ Владимир Путин авария фондында, ҡулай ипотека, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү системаһында тәртип урынлаштырыуҙы талап итте. Иң элек йәш ғаиләләр, балалы йәш ғаиләләргә торлаҡты кредитҡа һатып алыуҙы ҡулайыраҡ итергә кәрәк, тип билдәләне Владимир Путин. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙың күбеһе бөгөн яңы өй йәки фатир һатып алыуға кеҫәһенән аҡса сығарып һала алмай. Шуға ла Президент ипотека буйынса проценттарҙы кәметергә ҡушты. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа ғына ошо кредиттарҙың хаҡы күпкә кәмегән.