Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Дождь
Новости
21 Декабря 2017, 05:00
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ставкаларҙың төшөүе ихтимал
Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ставкаларҙың төшөүе ихтимал. Ошо хаҡта шишәмбе көндө Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Марат Мансуров белдерҙе.
«Әлеге мәлдә беҙ уны тикшерәбеҙ. Республика Хөкүмәте, Һаҡлыҡ банкының үҙәк аппараты менән торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ставкаларҙы иҡтисади яҡтан төшөрөү мөмкинлеген өйрәнәбеҙ. Бындай мөмкинлек булғанда беҙ уны төшөрәсәкбеҙ, — тип хәбәр итте Марат Мансуров. — Әлеге ваҡытта торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы баҙар кимәленән түбәнерәк. Биш йыл буйына аҡса туплағандарға бер йылдан йылына 6 процент ставкаһы буйынса ипотека бирелә. Был бик уңайлы шарттар. Унда тағы ла бер күҙ ҡыҙҙырғыс мәл бар. Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусылар үҙенең йыйған аҡсаһына республика тарафынан өҫтәмә субсидия ала».
Алдан Башҡортостан Хөкүмәтендә программаны тормошҡа ашырыу шарттарын республика халҡы өсөн тағы
уңайлыраҡ итеү
тураһында белдерҙеләр.
«Ипотека кредиттары буйынса уртаса баҙар процент ставкаһының төшөүен иҫәпкә алыу менән торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында тейешле күрһәткестәрҙе 4-5 процентҡа саҡлы төшөрөү хаҡында ла уйланырға кәрәк», — тип иҫәпләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, 2014 йылдың апрелендә Башҡортостанда төбәк торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһы эшләй башланы.
Республика программаһының партнерҙары булып «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» (2015 йылдың мартынан) банктары сығыш яһаны.
Программаның шарттары буйынса, граждандар өс-алты йыл дауамында программа банктары-партнерҙарында торлаҡ төҙөлөшөнөң бер өлөшөн ҡаплау өсөн аҡса йыя. Программала ҡатнашыусының ай һайын индергән аҡсаһына республика ҡаҙнаһынан шул сумманан 30 процент күләмендә (айына өс мең һумдан күберәк түгел) премия өҫтәлә. Аҡса туплау осоро тамамланғандан һуң йылына 6-7 процент ставкаһы буйынса ташламалы кредит алырға мөмкин.
Йәйгеһен торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашҡан өс йыллыҡ аҡса туплау осорон тамамлағандар йылына 7 процент ставкаһы буйынса тәүге торлаҡ ипотека кредиты алды.
"Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"