Ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Өфөләге «Башҡортостан аренаһы» проекты икенсе урын алды Урал дәүләт архитектура-художество университетынан ҡалышып. «Өфө» футбол клубы стадионы проектын студент Екатерина Хмелева тәҡдим итте. Нәҡ ошо ҡыҙ Цюрих ҡалаһына архитектура турына юлланасаҡ.
Воронежда «Синтез» стадионы проекты менән Воронеж студенттарына конкурстың «бронзаһы» тейҙе.
Студенттар видеоконференция форматында үҙ проекттарын яҡланы, һайланған урынды, уның төҙөлөш һәм функциональ үҙенсәлектәрен, көйәрмәндәр өсөн уңайлыҡтарҙы, алдынғы технологиялар ҡулланыуҙы һәм проекттың ҡала мөхитенә интеграциялау мөмкинлеген дәлилләне.