Федерация Советы ҡарамағындағы Интеллектуаль милек мәсьәләләре буйынса совет ултырышы йомғаҡтарына ярашлы палата спикеры Валентина Матвиенко һәр сенаторға киләһе йылда урындағы брендтарҙы теркәү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Лилиә Ғүмәрова Башҡортостандағы милли музыка ҡоралы — ҡурай барлыҡҡа килгән урындың исемен теркәргә ниәтләй. Әлеге мәлдә төбәк брендтарынан Тула гармуны ғына Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы халыҡ художество кәсептәре реестрына индерелгән, тип өҫтәне ул. Илдә башҡа ундай миҫалдар юҡ.
Ҡурайҙы ҡануни яҡтан географик атамаға беркетеү өсөн Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт итер алдынан Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының һығымтаһын алырға кәрәк, тип асыҡлыҡ индерҙе парламентарий. "Башинформ".