Новости
21 Декабрь 2017, 05:51

2018 йылда Башҡортостанда бушлай медицина ярҙамына 10 миллиард һумға күберәк аҡса бүленә

2018 йылда Башҡортостанда бушлай медицина ярҙамына 61,3 миллиард һум аҡса бүленә.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында сығыш яһағанда Дәүләт гарантиялары программаһын раҫлау тураһында һөйләне.

Финанслау күләменең артыуы 2017 йыл менән сағыштырғанда 10 миллиард һумдан ашыу йәки 19,5% тәшкил иткән, тип хәбәр итте Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Министр һүҙҙәренсә, программаға үҙгәрештәр индерелгән. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәүге тапҡыр «онкология» профиле буйынса планға ярашлы һәм ашығыс рәүештә күрһәтелгән медицина ярҙамын көтөү ваҡытын билдәләне. Ул диагноз ҡуйылған мәлдән алып 14 календарь көндән артмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, Программала һөнәри яраҡлылыҡты билдәләгәндә бәлиғ булмағандарға медицина консультациялары үткәреү буйынса сара һәм башҡа үҙгәрештәр ҡаралған. "Башинформ".
Читайте нас