Новости
20 Декабрь 2017, 06:19

Шыршы байрамдары - 2018: театрҙар балалар өсөн ниндәй бүләк әҙерләгән

Ғәҙәттәгесә яңы йыл каникулдарында һәм унан алда һәр театр балаларҙы яңы постановкалар һәм яңы йыл тамашалары менән ҡыуандырырға тырыша.

«Башинформ» агентлығы йәш тамашасыларҙы Өфө театрҙарында һәм концерт залдарында ниндәй ҡыҙыҡлы бүләктәр көткәнен асыҡланы. Ниндәй театрҙа иң бейек шыршы ҡуйыла? Ҡайҙа үтә заманса технологиялар ҡулланыла? Ниндәй әкиәттә иң йондоҙло артистар составы була һәм театрҙа йыл символы – эт сығасаҡмы?
Театрҙарҙа шыршы байрамдары хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

"Башинформ".
Читайте нас