Новости
19 Декабрь 2017, 11:48

Яңы йылды бурыстарһыҙ ҡаршылағыҙ

Яңы йыл алдынан республиканың һалым органдары тарафынан "Яңы йылды һалым буйынса бурыстарһыҙ ҡаршылағыҙ" социаль акцияһы ойошторола.

Һалым органдары 2017 йылдың 1 декабренә тиклем түләмәгән һәр кемгә һалым буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлашырға әҙер.
Сөнки Яңы йылды бурыстар менән ҡаршылау - һәйбәт түгел.
Акция даирәһендә Өфө ҡалаһының һәм республиканың башҡа ҡалаларында эре сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан һалым инспекцияларының мобиль офистарында милек һалымдарын түләү мәсьәләләре буйынса 15, 16, 17, 22, 23 декабрҙә 10.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола:
- Өфө ҡалаһы ("Мега", "Планета", "Центральный", "Меркурий" сауҙа үҙәктәре, "Радуга-ЭКСПО" ТВК, "Окей" гипермаркеты, "Магнит" магазины (Дагестанская урамы, 2);
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы, "Арбат" сауҙа үҙәге;
- Салауат ҡалаһы, "Ҡала баҙары" сауҙа үҙәге;
- Ишембай ҡалаһы, "Ишембай-Иремель";
- Нефтекама ҡалаһы, Үҙәк баҙар;
- Сибай ҡалаһы, "Урал аръяғы" сауҙа комплексы.
Мобиль офистарҙа граждандар милек һалымдары буйынса бурыстары булыу-булмау тураһында мәғлүмәт белә һәм уны түләүгә квитанциялар ала ала.
Буласаҡ сарала һалым органдары хеҙмәткәрҙәре генә түгел, Ҡыш бабайҙың да ҡатнашыуы граждандар өсөн Яңы йыл алдынан көтөлмәгән бүләк буласаҡ.
Акцияла ҡатнаша алмаған, әммә Яңы йылды бурыстарһыҙ ҡаршыларға теләгән граждандар үҙҙәренә уңайлы ысулдарҙың береһе менән бурыстарын тикшерә ала:
- Күп функциялы үҙәктәрҙең ниндәй ҙә офисында;
- "Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты" сервисы ярҙамында;
- "Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәиттәр порталы" сайтынан файҙаланып;
- йәшәү урыны йәки һалым түләнергә тейешле милек урыны буйынса һалым инспекцияһында.
Рәсәй федераль Һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының "Ҡыҙыу линия"һының 8 (347) 226-38-00 телефоны буйынса милек һалымдарын түләүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин.
Читайте нас