Аварияларҙың төп сәбәбе булып водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүе тора. 99 юл-транспорт фажиғәһе водителдәр ғәйебе менән булған. Уларҙа 10 кеше һәләк булған һәм 98е йәрәхәтләнгән. Йәйәүлеләр ғәйебе менән 70 юл-транспорт фажиғәһендә 20 кеше һәләк булған, 52һе йәрәхәтләнгән.
1 ноябрҙән юл-транспорт фажиғәләре һаны киҫкен артты. 145 (+72,5%) тапҡыр йәйәүлеләрҙе тапатыу осрағы булған, һөҙөмтәлә 19 (+216,6%) кеше һәләк булған һәм 132 кеше (+67,0%) йәрәхәтләнгән.
24 ноябрҙән 18 декабргә тиклем республика территорияһындә "Йәйәүле" иҫкәртеү сараһы үткәрелә. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы буйынса ЮХХДИ бүлеге - йәйәүлеләр тротуар буйлап, ә ул булмағанда юл ситенән хәрәкәт итергә тейешлеге тураһында хәтерегеҙгә төшөрә. Юл ситенән транспорт сараһы хәрәкәтенә ҡаршы барырға кәрәк. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар тағылған кейем кейергә кәңәш ителә.
Бер-береңде ихтирам итеү һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү - юлда хәүефһеҙлек, ғүмерҙе һәм сәләмәтлекте һаҡлап ҡалыу нигеҙе. Һәр ваҡыт һәм һәр ҡайҙа ла быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы.