Новости
19 Декабрь 2017, 05:34

Саңғысылар иғтибарына!

23 декабрҙә Стәрлебаш саңғы базаһында саңғы буйынса район ярыштары үтәсәк. Ярыштарҙы тантаналы асыу 11.00 сәғәттә. Старт 11.30 сәғ. Барлыҡ һорауҙар буйынса 8-960-391-79-39 телефоны аша шылтыратып белергә мөмкин (спорт комитеты рәйесе Р.Л.Яруллин).

Ярыштар алты төркөм буйынса була. Йөрөү ирекле. Беренсе дүрт төркөмдә команда составы: өс ҡыҙ + өс үҫмер.

I төркөм (2008-2009 йылғылар): ҡыҙҙар – 1км, малайҙар – 1км. II төркөм (2006-2007 йылғылар): ҡыҙҙар – 2км, үҫмерҙәр – 3км. III төркөм (2004-2005 йылғылар): ҡыҙҙар - 3км, үҫмерҙәр – 5км. IV төркөм (2000-2003 йылғылар): ҡыҙҙар - 3 км, үҫмерҙәр – 5 км. Бишенсе һәм алтынсы төркөмдәрҙә командалар составында бер ҡатын-ҡыҙ һәм ике ир-егет ҡатнашырға тейеш.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дистанция – 1 км, ир-аттар өсөн – 3 км.

V төркөм - ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениелар,

VI төркөм - ауыл биләмәләре хакимиәттәре.

Иҫкәртмә: һауа шарттарына бәйле ярыштар икенсе көнгә күсерелеүе мөмкин.

Спорт комитеты.
Читайте нас