Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Декабрь 2017, 05:57
Башҡортостанда министрҙар 3 ғинуарҙа уҡ эшкә сыға
Башҡортостандың Министрҙар кабинетына яңы йыл байрамдары теймәй. Министрҙар 3 ғинуарҙа уҡ эшкә сыға. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мәғлүмәттәре буйынса, республика Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул аҫтындағы кешеләргә ошондай бурыс ҡуйған.
«Эш күп, уға мөмкин тиклем иртәрәк тотонорға кәрәк», — тине Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов яңы йыл байрамдарынан мөмкин тиклем иртә сығыу йолаһын башлап ебәрҙе. Төбәк етәксеһе хакимиәт һәм хөкүмәт хеҙмәткәрҙәре өсөн шәмбене эш көнө тип билдәләне.
"Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"