Новости
18 Декабрь 2017, 11:57

Ҡыярҙан яһалған кәрзиндә йәшелсә салаты

Ҡыярҙан яһалған кәрзиндә йәшелсә салаты Уртаса яңы ҡыярҙан вертикаль йәки горизонталь кәрзиндәр киҫергә. Бының өсөн эсен өлөшләтә алырға һәм семәрләргә. Артабан ҡыярҙы йәшелсәләрҙән эшләнгән салат менән тултырырға. Табынға биргәндә уларҙы йәшел салат япраҡтарына һалырға, майонез йәки ҡаймаҡ ҡойорға һәм тәмләткес үләндәр менән биҙәргә. Уртаса 1-2 яңы ҡыяр, йәшелсә салаты 50-100 г, майонез соусы йәки ҡаймаҡ 25-30 г, тәмләткес үләндәр 1-2 г, йәшел салат япраҡтары 3-5 г, кәрәгенсә тоҙ. "Башҡортостан" гәзитенән.

Читайте нас