Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һынлы сәнғәт һәм сәнғәт белеме өлкәһендә М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән
булдырылған. Ул бөйөк һынлы сәнғәт әҫәрҙәре эшләгән, шулай уҡ сәнғәт, художество тәнҡите теорияһы һәм тарихы өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Уның күләме 500 000 һум тәшкил итә.