Федерация Советының
«Российская газета» баҫмаһында сыҡҡан 2018 йылдың 18 мартында һайлауҙар уҙғарыу тураһындағы ҡарары кампанияға старт бирҙе. Шул рәүешле, һайлауҙар Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә кире ҡушылыуына дүрт йыл тулыу менән тап килә. Кандидаттарға съездарҙа рәсми тәҡдим итеү процедураһын үтеү йәки һайлаусылар төркөмдәре йыйылыштарында хуплау табыу, Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырыу, ҡултамғалар йыйыу, ҙур агитация эшен уҙғарыу һәм телевидениела, радиола оппоненттар менән дебаттарҙа көрәшеү өсөн 90 көн бирелә.