Компанияның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл сағыу биҙәлгән йөк машиналарын Рәсәйҙең үҙәк өлөшө, Урал буйы, Көньяҡ, Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыштағы 69 тораҡ пунктта күрергә мөмкин. Улар бөтәһе 138 туҡталыш яһарға ниәтләй. Раштыуа карауаны хәрәкәте 2018 йылдың 7 ғинуарына тиклем дауам итә.
Башҡортостанда карауан 25 декабрҙә — Өфөлә, икенсе көндө, 26 декабрҙә, Стәрлетамаҡта туҡтай. Һәр ҡалала Ҡыш бабайҙар һәм Санта-Клаустар викториналар ойоштора һәм бүләктәр тарата.