Авторҙарҙың идеяһын Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин хупланы, уларға уңыштар һәм илһам теләне. «Ислам Нуры» рубрикаһында ислам дине хаҡында мөһим һәм дөрөҫ мәғлүмәт – йолаларҙың, дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙең аңлатмаһы, мәҙәниәт һәм дин ғилеме менән таныштырыу тәҡдим ителә.
«Динебеҙ тормош юлдашын статусы, тышҡы билдәләре йәки йәмғиәттәге хәле буйынса түгел, ә Аллаһҡа табыныу буйынса һайларға ҡуша. Үҙенең яртыһын таба алғандар һәм дини ғаилә ҡорғандар бәхетле. Шуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ яңғыҙ ҡалған кешеләр бар, ниңә шулай килеп сыға һуң? Тормоштағы иң мөһим — ғаилә ҡороу мәленә ислам дине ҡарашынан күҙ һалып ҡарайыҡ», — тип һөйләй «Ислам Нуры» рубрикаһын алып барыусы Илмира Арыҫланова.