Мал-тыуарҙы санкцияланмаған рәүештә индереү - сир таралыуҙың төп сығанағы булып тора. Мал-тыуарҙы һәм малсылыҡ продукцияларын санкцияланмаған рәүештә күсереп йөрөтөү факттары тураһында оператив мәғлүмәт алыу һәм тиҙ тәьҫир итеү өсөн республиканың Ветеринария идаралығы тарафынан ветеринария өлкәһендә закондарҙы боҙоу мәсьәләләре буйынса «Ҡыҙыу линия» булдырылды. Хәҙер республикала йәшәгән һәр кем «Ҡыҙыу линия»ның 8-80077-55-828 түләүһеҙ номеры буйынса 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем мәғлүмәт алыу йәки түбәндәгемәсьәләләр: - мал-тыуарҙы һәм малсылыҡ продукцияһын законһыҙ күсереп йөрөтөү (индереү);
- мал-тыуарҙың күпләп сирләүе һәм ҡырылыуы;
- йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың үлегенә юлығыу;
- һатҡан малсылыҡ продукцияһы хәүефһеҙлеге;
- дәүләт ветеринар хеҙмәте эше буйынса иҫкәртмәләр һәм тәҡдимдәр яһау;
- мал-тыуар өсөн айырыуса хәүефле сирҙәрҙе индереү һәм таратыуға бәйле башҡа һорауҙар буйынса аңлатма алыу өсөн мөрәжәғәт итә ала. Бөтә шылтыратыуҙар Башҡортостан Республикаһы ветеринар станцияһының ветеринар табиптары, хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡабул ителәсәк. Әлбиттә, Дәүләт ветеринар хеҙмәте тарафынан республика территорияһы именлеген һаҡлау буйынса барлыҡ кәрәкле профилактик саралар үткәрелә, әммә берҙәм тырышлыҡ менән генә беҙ хәүефле инфекцияларға һөҙөмтәле ҡаршы тора аласаҡбыҙ!
Азат ӘХМӘРОВ, Стәрлебаш район ветеринар станцияһы начальнигы.