Уға ярашлы, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, профсоюз ойошмалары менән берлектә ойоштороу комитетына белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларында, ауыл биләмәләрендә яңы йыл саралары әҙерләргә һәм үткәрергә кәрәк. Традицияға ярашлы, ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар һәм сауҙа нөктәләре араһында бина алдарын иң яҡшы байрамса биҙәүгә конкурс үткәреләсәк. Шуға ла етәкселәргә, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарға кисекмәҫтән ошо мәсьәлә менән шөғөлләнә башларға кәңәш ителде, сөнки гирляндаларҙың сағыу уттары, ниндәй һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, район халҡына байрамса кәйеф бүләк итәсәк.