Ял көндәрен күсереү менән иҫәптә байрам оҙонлоғо былай килеп сыҡты: 2017 йылдың 30 декабренән 2018 йылдың 8 ғинуарына тиклем. Йәғни, күптәребеҙ шишәмбе, 9 ғинуарҙа, эшкә сыға. Тимәк, яңы йылда тәүге эш аҙнаһы ҡыҫҡа була.
2018 йылда рәсәйҙәрҙе 26 байрам көнө көтә. Ул – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тап киләсәк өс көн 23-25 февралдә, Рәсәй көнөнә тура киләсәк өс көн 10-12 июндә һәм тағы өс көн Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бәйле 3-5 ноябрҙә.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән бәйле 8-11 мартта Рәсәй халҡы дүрт көнлөк отпускта була.
Май байрамдарына биш ял көнө ҡаралған: 29 апрелдән 2 майға саҡлы һәм 9 май – Еңеү көнө.
Графикка ярашлы ял көндәре шәмбе 6 ғинуарҙан йома 9 мартҡа; йәкшәмбе 7 ғинуарҙан шаршамбы 2 майға; шәмбе 28 апрелдән дүшәмбе 30 апрелгә; шәмбе 9 июндән дүшәмбе 11 июнгә; шәмбе 29 декабрҙән дүшәмбе 31 декабргә күсерелә. Шул рәүешле, 2018 йылда өс шәмбе – 28 апрель, 9 июнь һәм 29 декабрь эш көнө.
"Башинформ" агентлығынан.