«Эйе, мин Рәсәй Федерацияһы президенты вазифаһына дәғүә итәсәкмен», — тип белдерҙе ул.
Дәүләт башлығының һүҙҙәрен алҡыштар менән ҡаршы алдылар. «Был яуабығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә», — тип автомобиль заводы коллективына мөрәжәғәт итте Владимир Путин.
«Хеҙмәтегеҙ, эшкә, илгә ҡарата мөнәсәбәтегеҙ өсөн рәхмәт», — тип дауам итте ул. «Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам», — тип айырып әйтте президент.
Владимир Путиндың вәкәләт ваҡыты 2018 йылдың 7 мартында тамамлана.
2018 йылда Путин президентҡа дәғүәсе сифатында һайлау алды кампанияһында дүртенсегә ҡатнаша. Һайлауҙа еңгән осраҡта дәүләт башлығы вазифаһын 2018 йылдан 2024 йылға тиклем тағы алты йыл биләйәсәк. Рәсәйҙең дәүләт башлығы итеп ул беренсе тапҡыр 2000 йылда 4 йылға һайланғайны.