Новости
14 Декабрь 2017, 06:38

Отчет яһанылар, көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде

Уҙған аҙнала Хәлекәй ауыл биләмәһе хакимиәтендә ауыл биләмәһе Советының сираттағы ултырышы булды. Ул ауыл халҡы тормошона ҡағылышлы бихисап мәсьәләләргә бағышланды.

Билдәләп үтергә кәрәк, бында ауыл халҡы тормошоның төрлө яҡтарына ҡағылышлы бихисап мәсьәләләр күтәрелде. Саҡырылған ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров һәм район Советы депутаты Ренат Заһиҙуллин йыйылыусыларға балалар һәм йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәттәрҙе профилактикалау, ағымдағы йылдың 10 айында райондың социальиҡтисади хәл-торошо тураһында ентекле һөйләне. Ә Хәлекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрит Баһауетдинов һәм сығыш яһаусылар ауыл биләмәһендәге хәлдәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Улар башҡарылған эштәрҙе һанап торманы, сөнки улар былай ҙа күҙ уңында. Ә ҡыҫҡаса ошо турала һөйләп, бөгөн уларҙы борсоған көнүҙәк проблемаларға туҡталды. Һәм уларҙың иң мөһиме - эскеселек, уның ҡорбандары йылдың-йылында арта. Элек-электән эшһөйәрлектәре менән дан тотҡан ауыл халҡы бөгөн эскелеккә бирелә. Шуныһы иң ҡурҡынысы - ҡатын-ҡыҙ эсә. Өйҙә ир-ат эсһә бер бәлә, әммә йорт усағын һаҡларға, балалар тыуҙырып, тәрбиәләргә тейешле ҡатын-ҡыҙ эсһә - оло ҡайғы. Хәлекәй фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Гөлнәзирә Ғәлиева әйтеүенсә, «Алкоголизм» диагнозы буйынса диспенсер иҫәбендә ете кеше тора, шуларҙың алтыһы - ҡатын-ҡыҙ. Тағы шул сама кеше «сиратта тора». Эскән кешеләр менән профилактик әңгәмәләр айырыуса һөҙөмтә бирмәй. Улар эскеселек - афәт булыуы менән килешә, әммә

эсеүҙәрен дауам итә. Тәү сиратта, балалары ғазаплана. Спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәрҙе ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк тигән тәҡдим әйтелде, өҫтәүенә, ауылда алкоголь һатҡан «нөктә» адрестарын беләләр. Бында хоҡуҡ һаҡлау органдарына, участка уполномоченныйҙары хеҙмәтенең роле мөһим. Әммә был яуызлыҡҡа ҡаршы күмәкләп көрәшергә кәрәк. Тағы бер көнүҙәк мәсьәлә - үҙ-үҙеңә ҡул һалыу темаһын күтәрҙеләр. Бында мәктәптең һәм ата-әсәләрҙең берҙәм эше булырға тейеш, тигән фекер әйтелде. Иң мөһиме, ата-әсәләргә балаларының ҡайҙа булыуын һәм нимә менән шөғөлләнеүен белеү, иртә йәштән уларҙы хеҙмәткә өйрәтеү зарур. Балаларҙың буш ваҡыты булырға тейеш түгел, улар спорт менән шөғөлләнергә, мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға, йорт эштәрендә ярҙамлашырға һәм Интернетта аҙыраҡ ултырырға тейеш. Бер үк ваҡытта спорт залдар һәм мәҙәни учреждениеларҙың ишектәре, айырыуса киске ваҡытта асыҡ һәм уларҙа шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылырға тейеш. Был йәһәттән бында ла эш алып барыла, атап әйткәндә, 2018 йылда урындағы инициативаларға ярҙам программаһы буйынса Хәлекәй ауыл клубы ҡыйығын һәм район бюджеты аҡсаһына - Әмир ауыл мәҙәниәт йорто ҡыйығын ремонтлау тәҡдиме индерелде. Сессия аҙағында тикшерелгән мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде.

Рәйсә МУСИНА.

***

Айҙарәле ауыл биләмәһендә үткән Советы ултырышында ла балиғ булмаған балалары менән имен булмаған ғаиләләрҙе контроллек итеү тураһында мәсьәлә тикшерелде. Унда, депутаттарҙан тыш, Айҙарәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы С.М.Хәкимов, район Советы секретары А.Р.Мусаҡаева, район Советы депутаты Р.Р.Заһиҙуллин, полицияның участка уполномоченныйы А.Х.Мөхәмәтғәлиев, ауыл биләмәһендә урынлашҡан ауыл старосталары, белем биреү хеҙмәткәрҙәре, Айҙарәле мәсете имам-хатибы М.С.Кәлимуллин ҡатнашты.Ултырышта туғыҙ кеше сығыш яһаны. Уларҙың һәр ҡайһыһы юғарыла атап үтелгән мәсьәлә даирәһендә башҡарылған эш буйынса отчет бирҙе. Мәҫәлән, Айгөл Рим ҡыҙы район хакимиәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың

хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Ағымдағы йылдың 11 айында комиссия тарафынан 138 административ материал тикшерелгән, 123ө ата-әсәлек бурыстарын тейешенсә үтәмәгән ата-әсәләргә ҡарата, шуларҙың дүртеһе

ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Балиғ булмағандар тарафынан 13 енәйәт ҡылыу осрағы теркәлгән (нигеҙҙә урлашыуҙар). Ошо факттарҙан күреүебеҙсә, ауыл биләмәләрендә даими комиссияларға һәм йәмәғәт активына башҡараһы эштәр бар әле. Даими мониторинг алып барырға, имен булмаған һәм тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе ваҡытында иғтибарға алырға, ошондай ғаиләләргә барып, профилактик әңгәмәләр үткәрергә, хәлде еңеләйтеүгә йүнәлтелгән эштәрҙә ҡулдан килгәнсе ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ә Айҙарәле ауыл биләмәһенә килгәндә, балиғ булмағандар эштәре комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, бында ошондай дүрт ғаилә йәшәй. Әммә, ултырыш барышында айҙарәлеләрҙең һүҙҙәре буйынса, уларҙың өсөһөндә ата-әсәләр аҡылға ултырып, төҙәлеү юлына баҫҡан, ә бына өс балалы ғаиләлә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. А.Р.Мусаҡаева әйтеүенсә, был ғаиләгә иғтибарҙы кәметергә ярамай, һәм әгәр, бер ниндәй ҙә саралар йоғонто яһамаһа, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итергә тура киләсәк. Айҙарәле ауыл биләмәһендә, тине Сабирйән Минезәки улы (һүрәттә), бер йәштән 18 йәшкә тиклем 132 кеше йәшәй, балалар баҡсаһына 18, мәктәпкә - 52 бала йөрөй. Күп балалы ғаиләләр һигеҙ, уларҙа 29 бала тәрбиәләнә. Ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағында ете даими комиссия эшләй, улар ваҡыты

ваҡыты менән имен булмаған ғаиләләргә рейдтар үткәрә, ғаиләлә насар хәл-торош, ата-әсәлек бурыстарын тейешенсә үтәмәү, балиғ булмағандар тарафынан ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы мәғлүмәт буйынса тикшереүҙәр үткәрә һ.б. Наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш буйынса сәләмәт йәшәү рәүешенә йүнәлтелгән саралар үткәрелә һ.б. Ошо эш, шулай уҡ уҡыуҙан буш ваҡытта балаларҙың мәшғүллегенә йүнәлтелгән эшмәкәрлек, ауыл халҡының ялын ойоштороу тураһында йәштәр эштәре белгесе Ф.Р.Шәйехова, Айҙарәле ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Г.Х.Хәбибуллина, балалар баҡсаһы мөдире Г.М.Йосопова ентекле һөйләне. Ултырышта шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире А.С.Хәсәнова, полицияның участка уполномоченныйы А.Х.Мөхәмәтғәлиев сығыш яһаны, ауыл мәсете имам-хатибы М.С.Кәлимуллинға ла һүҙ бирелде, ул йәмғиәтте имен булмаған ғаиләләрҙең проблемаларына иғтибарҙы кәметмәҫкә, уларҙы яңғыҙҙарын ҡалдырмаҫҡа, ә бергәләп дөрөҫ юлға йүнәлтергә, насар ғәҙәттәрҙән арындырырға, ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. Шулай бергәләшеп кенә беҙ балаларҙы ла, уларҙың ата-әсәләрен дә упҡынға тәгәрәүҙән һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.

Елена ХӘЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.





Читайте нас