Новости
13 Декабрь 2017, 11:54

Туҡланыу продукттары менән сауҙа итеү өлкәһендә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында эшләүсе шәхси эшҡыуарҙар, үҫемлек майы етештереүселәр, туҡланыу продукттары алыусы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр етәкселәре иғтибарына!

Стәрлебаш районы хакимиәте 15 декабрҙә 14.30 сәғәттә район хакимиәтенең ултырыштар залында "Меркурий" аҙыҡ-түлек продукттарын электрон сертификациялау буйынса мотлаҡ автоматлаштырылған системаһы эшен аңлатыу" тип аталған темаға кәңәшмә үткәрә.

Программаға инеү түләүһеҙ.

2018 йылдың 1 ғинуарынан бөтә аҙыҡ-түлек продукттары мотлаҡ электрон ветеринар сертификация үтергә тейеш була. Яңы ҡағиҙәләр алдашыуға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән һәм ул ҡулланыусылар мәнфәғәтендә эшләйәсәк.
Ветеринар сертификатҡа тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек исемлеге 2018 йылдан киңәйә. Унда тәбиғи һәм эшкәртелгән малсылыҡ продукттары ғына түгел, он, макарон изделиелар, ҡыяҡлылар, әсеткеләр, майҙар, үҫемлек майҙары, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек продукттарын етештергәндә ҡулланылған башҡа продукция инә.
"Меркурий" сситемаһы эше тураһында ентекле мәғлүмәт менән Россельхознадзор сайтында танышырға мөмкин. Белешмәләр өсөн тел: 2-20-09.
Стәрлебаш районы хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге.
Читайте нас